Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ғинуар 2023, 18:45

Иғтибар: эҙләү!

РФ Эске эштәр министрлығының Күмертау ҡалаһы буйынса бүлеге хәбәрһеҙ юғалған 1997 йылғы Роберт Мөнир улы Аҡъюловты эҙләй. Ул 2022 йылдың 29 декабрендә өйҙән сығып киткән һәм әлегә тиклем уның ҡайҙа булыуы билдәһеҙ. Билдәләре: ҡарамаҡҡа 25 йәш, буйы 170 - 175 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, ҡыҫҡа ҡара сәсле, күҙҙәре ҡара төҫтә. Ҡуйы йәшел төҫтәге куртка, зәңгәр джинсы, ҡара башлыҡ, көрән ботинка кейгән, ҡара төҫтәге рюкзак аҫҡан.

Иғтибар: эҙләү!
Иғтибар: эҙләү!

2022 йылдың май айында Күмертау ҡалаһында 1954 йылғы Тимонин Анатолий Николаевич юғалған. Билдәләре: төҫкә 65 йәш, буйы 170 см, ҡаҡса кәүҙәле, сәсе ҡыҫҡа, һаҡал-мыйығы бар, тотлоға. Ҡара төҫтәге куртка, һоро салбар, ҡара башлыҡ, ҡара ботинкалар кейгән.

1964 йылғы Ибраһим Закир улы Садиҡов та 2022 йылдың май айынан алып туғандары менән бәйләнешкә сыҡмай, уның да ҡайҙа булыуы билдәһеҙ.

Билдәләре: төҫкә 58 йәш, буйы 165-170 см, ҡаҡса кәүҙәле, сәсе ҡыҫҡа, аҡһай, аяғында бармаҡтары юҡ.

Хәбәрһеҙ юғалған кешеләр тураһында берәй төрлө мәғлүмәткә эйә булғандарҙың ошо номерҙар буйынса шылтыратыуын һорайҙар: дежур часть - 8 (34761) 2-22-84, енәйәтте тикшереү бүлеге - 8 (34761) 4-48-87, йәки 02 (102), 8 (347) 279-32-92.

Фото: МВД РБ.

 

Иғтибар: эҙләү!
Иғтибар: эҙләү!
Иғтибар: эҙләү!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: