Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ғинуар 2023, 17:10

Халыҡтың зарланыуы урынлы

Башҡортостан Башлығы ЦУР-ҙа Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республикала һыуыҡтарҙа электр энергияһын авариялы һүндереү менән бәйле хәлгә аңлатма бирҙе.  

Халыҡтың зарланыуы урынлы
Халыҡтың зарланыуы урынлы

 

 «Был проблемаға халыҡтың ризаһыҙлыҡ белдереүе урынлы », - тине Радий Хәбиров.

Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев мәсьәләнең хәл ителеүе хаҡында һөйләне.

 Мәҫәлән, Иглинда яңы подстанция төҙөлә, уны быйыл беренсе кварталда файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. «Осоргин» коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтендә тағы бер электр ярҙамсы станцияһы барлыҡҡа килә, ул 2023 йылдың аҙағына сафҡа индереләсәк. Нуғайҙа ҡаты һыуыҡтар ваҡытында өҙөклөккә бәйле хәл Бөрө электр селтәрҙәре менән берлектә тикшерелгән.

  «7 ғинуарҙан 11-нә тиклем һыуыҡтарға бәйле «Һыуыҡ» режимы индерелде. Тәүлек әйләнәһенә авария бригадалары эшләй. Бөтә мөрәжәғәттәр буйынса эш алып барабыҙ», - тип билдәләне Александр Шельдяев. Башҡортостан Башлығы ҡала Советы депутаттарының киләһе ултырышында ла электр энергияһын өҙөклөктәр менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү мәсьәләһен тикшерергә ниәтләүен белдерҙе.

   Айырыуса халыҡ күпләп йәшәгән Өфө , Иглин районы ҡасаба-ауылдары халҡы ҡышҡы һыуыҡтарҙа электр утының оҙайлы ваҡытҡа һүнеүенә зарлана.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: