Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ғинуар 2023, 11:00

Өфөнән 18 йәшлек Александр әсәһен сәнсеп үлтергән

Хәбәр ителеүенсә, быға тиклем егеттең исеме Илнур булған. Ул – һөнәри колледж студенты. Ғаиләлә проблемалар башланғас, ата-әсә айырылыша. Егет хаҡлы ялдағы әсәһе менән Революция урамындағы фатирҙарында йәшәргә ҡала, исемен алмаштыра һәм социаль селтәрҙәрҙә ултырыу менән мауыға башлай.

Өфөнән 18 йәшлек Александр әсәһен сәнсеп үлтергән
Өфөнән 18 йәшлек Александр әсәһен сәнсеп үлтергән

 

Енйәттән бер көн алда, Александрҙың әсәһе фатирҙы йыйыштырған. 18 йәшлек студент, әсәһе уның логин-паролдәре менән блокнотын йәшергән, тип уйлап бысаҡ менән  бер нисә тапҡыр ҡатынға сәнсә. Һуңынан үгәй ағаһына: «Мин әсәйемде үлтерҙем» – тип СМС-хәбәр яҙа. Ағаһы хоҡуҡ һаҡлаусыларҙы саҡырған. Енәйәтсе тотолған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: