Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ғинуар 2023, 14:45

Эшһеҙлек кимәлен кәметеү өсөн

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм  халыҡты социаль яҡлау министрлығы 2023 йылда эшһеҙлеккә ҡаршы көрәшкә федераль бюджеттан 1,4 миллиард һум аласаҡ.  

Эшһеҙлек кимәлен кәметеү өсөн
Эшһеҙлек кимәлен кәметеү өсөн

 Был хаҡта БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, аҡса эш биреүселәргә ярҙам булараҡ йүнәлтелә.  Был – яңы һөнәрҙәр үҙләштереү ярҙамында граждандарҙың мәшғүллеген һаҡлап ҡалыу, ваҡытлыса эш урынын һайлау, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу һәм башҡалар .

  – Иҡтисадҡа санкциялар  баҫымы башланғас та, мәшғүллек үҙәгенең эше ҡайтанан көйләүгә өлгәштек. Беҙҙә былтыр  ғинуар-ноябрҙә эшһеҙлек кимәле 2,8 процент кимәлендә теркәлгән.  Был һан  Рәсәйгә һәм Волга буйы федераль округы менән сағыштырғанда, түбән.

Былтыр  төбәктә эшһеҙҙәр һаны 30 мең кешегә кәмегән, – тип белдергән министр.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: