-12 °С
Болотло
"Вконтакте"
"Одноклассники"
"Телеграм"
Реклама биреүселәргә
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ғинуар 2023, 21:00
ДӘҮЕР
Дәүер китте. Дәү Ир китте. Йөрәккә тулды хәүеф: Шом баҫҡанда, Ул бар тиеп Көйләнә ине кәйеф. Шом баҫҡанда, Бабай бар тип Көйләнә ине күңел - Беҙ, башҡорттар, арҡалыҡһыҙ, Маяҡһыҙ милләт түгел. Билдәһеҙ бер тойғо баҫа, Ауҙы таяу - бағана. Алмашына кем ҡағыныр Милләт рухы һағына? Алмашына кем бер ябай Ҡылыр бөйөк ғәмәлдәр? Киткән дәүергә ялғанып, Кем күгемдә емелдәр? Рәхмәт әйтеп өлгөрҙөк тә, Фәһем алһаҡ ярай ҙа. Яңылышҡа күндәм булып, Кәштәһендә ятҡаны бар Өн сығармай, ҡурай ҙа. Яңылышҡа эстән һыҙып, Яҙмаған бар ҡәләмдәр. Һуңлап сыҡҡан бағышлауҙар Бөгөн ҡандай күләмдә? Һуңлап яуған бағышлауҙар Һуғара тик намыҫты. ... Бабайҙың да күпме ғүмер, Хәтер юлын саң баҫты. Дәүер китте. Дәү Ир китте - Ил ағаһы Мортаҙа. Килгән дәүер әйт(ә)алырмы: Бөгөн Илдә рух юғары, Бөгөн Илдә тел таҙа?.. Наилә Хәмбәлиева Фотола М.Ғ. Рәхимов Учалы районы баҫыуында
ДӘҮЕР
Фото: Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?