РФ Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, 1 февралдән 40-тан ашыу төр түләүҙең 11,9 процентҡа индексацияланыуы ихтимал. Проект йәмәғәт фекерен белешеү өсөн баҫылған.
Ведомство башлығы Антон Котяков әйтеүенсә, суммаһын арттырыу ҡаралған түләүҙәр иҫәбендә бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие, бала ҡарау буйынса пособие, "әсәлек капиталы", ветерандарға айлыҡ түләүҙәр, айлыҡ страховка түләүе кеүек социаль ярҙам саралары бар.