Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ғинуар 2023, 16:30

Йүтәл йонсотһа...

Йүтәлләйһегеҙме? Был дауаланыу сараһы һеҙҙең өсөн.

Йүтәл йонсотһа...
Йүтәл йонсотһа...

Ҙур ғына бер баш һуған, шул сама һарымһаҡ һәм керән тамыры алына. Барыһын да ит турағыс аша үткәрергә йәки блендерҙа иҙергә. Яҡынса ярты литр ҡатнашма килеп сыға. Шул сама бал ҡушып, яҡшылап болғайбыҙ. Йүтәл ныҡ йонсотҡанда, көнөнә өс тапҡыр берәр сәй ҡалағы аш мәлендә ҡабул итергә. Ҡатнашма һыуытҡыста бер йыл боҙолмай һаҡлана ала.

Керән был рецептта мотлаҡ һанала, сөнки ул тын юлдарын, альвеолаларҙы киңәйтә, тын алыуҙы еңелләштерә. Әммә ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәре, ашҡаҙандың сей яраһы булғанда, ашҡаҙан аҫты биҙе ауыртҡанда , шулай уҡ бәләкәй балаларға был рецепт кәңәш ителмәй.

 

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: