Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ғинуар 2023, 17:30

Салауат районында ҡот осҡос авария...

Фажиғә көндөҙгө сәғәт дүртенселә Кропачев-Мәсәғүт-Әчит юлының 10-сы саҡрымында булған. Ҡара-ҡаршы килгән "Газель" йөк автомобиле менән "Черри Вери" бәрелешкән. Бәрелеш бик көслө булған, хатта "Газелде" юл ситендә торған "Мерседес" йөк машинаһына алып бәргән, ә "Черри"ны -"Volvo" лесовозына. Еңел автомобилдең ике пассажиры тиҙ медицина ярҙамы килеп еткәнсе йән биргән. Ике кеше, шул иҫәптән 12 йәшлек малай, дауаханаға оҙатылған. "Газель" водителенә медицина ярҙамы күрһәтелә. Әле 12 йәшлек малайҙың "Тиҙ ярҙам" машинаһында йән биреүе билдәле булды... Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Салауат районында ҡот осҡос авария...
Салауат районында ҡот осҡос авария...

Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Урынға Өфөнән эксперт-криминалистар, тәфтишселәр юлланған.

Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

Фото: БР ЮХХДИ.

Салауат районында ҡот осҡос авария...
Салауат районында ҡот осҡос авария...
Салауат районында ҡот осҡос авария...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: