Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ғинуар 2023, 14:10

Матурлыҡ салонында ҡатын-ҡыҙҙарҙың йөҙҙәрен яндырғандар

Башҡортостан Тәфтиш комитеты Ишембайҙағы матурлыҡ салоны етәксеһенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты.

Матурлыҡ салонында ҡатын-ҡыҙҙарҙың йөҙҙәрен яндырғандар
Матурлыҡ салонында ҡатын-ҡыҙҙарҙың йөҙҙәрен яндырғандар

Тәфтишселәр хәбәр итеүенсә, салон клиенттарҙың һаулығы һәм хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәгән ҡорамал файҙаланған. Һөҙөмтәлә, лазер менән шымартыу процедураһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың биттәре бешә.

Зыян күреүселәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, процедура бик ауыр үткәрелә, әммә оҫта башлаған эшен туҡтамай.

Процедуранан һуң ҡатындарҙың бите бешә һәм ҡанай, яралар барлыҡҡа килә.
Салон хужабикәһе үҙенең элекке клиенттары менән аралашыуҙан ҡаса, был хәлгә аңлатма ла бирмәй.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: