Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ғинуар 2023, 14:12

Маринадлы тоҙлоҡто түкмәгеҙ!

Маринадланған ҡыяр- помидорҙарығыҙҙың тоҙлоғон һеҙ ҙә түгәһегеҙме?    

Маринадлы тоҙлоҡто түкмәгеҙ!
Маринадлы тоҙлоҡто түкмәгеҙ!

Юҡҡа әрәм итмәгеҙ, ул бына тигән аш тәмләткес.
Тоҙлоҡто салаттарға һалырға, ит, балыҡ маринадларға була. Ҡыяр маринадына сей кишерҙе түңәрәкләп һалырға ла мөмкин. Түңәрәкләп туралған һуған тоҙларға ла була. Маринадланған һуған шашлык, бутербродтар өсөн яҡшы. Ҡыяр тоҙлоғонда ит йомшаҡ, хуш еҫле булып бешә. Үҙегеҙ тоҙлоҡҡа һарымһаҡ, борос, ҡоро гәрсис һала алаһығыҙ.Оҫта хужабикәләр тоҙло - боросло был ҡатнашманан печенье ла бешерәләр.
Һыуға тоҙлоҡ һалып бешерелгән картуф та иҙелмәй.
Рагу бешергәндә һалһаң да, ризыҡты тәмләтә.
 
 
 
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: