Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ғинуар 2023, 08:55

Көн торошо

Башгидрометүҙәк синоптиктары алдағы ике көнгә һауа торошон фаразланы.

Көн торошо
Көн торошо

Йәкшәмбе, 15 ғинуарҙа, синоптиктар яуым-төшөм вәғәҙә итмәй. Уртаса, ҡайһы берҙә көслө елдең йүнәлеше - көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан. Төндә термометр бағанаһы 13-18 градусҡаса төшә, урыны менән 27 градус һплҡын, республиканың көнсығышында йылыраҡ - 5, -10 градус. Көндөҙ һауа -9, -14, көнсығышта -2 градус.

Дүшәмбе, 16 ғинуарҙа, ҡар яумай. Ел йүнәлеше үҙгәрмәйәсәк. Төндә Башҡортостанда температура -13, -25, көндөҙ -5, -15 градус тәшкил итәсәк.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: