Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ғинуар 2023, 21:30

Иғтибар: эҙләү!

Учалы ҡалаһында 1995 йылғы Солдусов Дмитрий Сергеевич юғалған. Яҡындарының әйтеүенсә, ул 13 ғинуарҙа 13 сәғ. 38 минутта өйҙән сығып, "блаблакар" аша ялланған машинала Силәбегә юлланған. Билдәләре: буйы 170 см тирәһе, ҡыҫҡа ҡуңыр сәсле, мыҡты кәүҙәле. Күк курткала (һул яғында Nike яҙыуы бар), ҡара йылы спорт кейемендә, ҡара кроссовкаларҙа (аҡ төҫтә Nike яҙыуы бар) булған. Үҙе менән сумка ла, телефон да алмаған.

Иғтибар: эҙләү!
Иғтибар: эҙләү!

Уның турала белеүселәр, зинһар, ошо номер буйынса шылтыратығыҙ: 8 906 109 6604 йәки полиция бүлегенә хәбәр итегеҙ (102).

Ағиҙел ҡалаһында 39 йәшлек Эльдар Сәғит улы Фәрхәтшин юғалған. 2022 йылдың 15 ноябренән бирле уның ҡайҙа булыуы билдәһеҙ.  

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Иғтибар: эҙләү!
Иғтибар: эҙләү!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: