Башҡортостандан һәләк булған яугир Фәнис Хөсәйеновты ерләү кисектерелде. Был турала Бүл-Ҡайпан ауыл советы башлығы Флүр Зиннәтуллин хәбәр итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда Тәтешле районы башлығы 16 ғинуарҙа Үрге Тәтешле ауылында уның менән хушлашыу буласағы тураһында хәбәр иткәйне. Ләкин ауыл советында һуңғараҡ асыҡлыҡ индерҙеләр.
- Ерләү кисектерелде, борт юҡ, ҡасан булыры билдәһеҙ, - тине ауыл советы башлығы Флүр Зиннәтуллин.
Уның һүҙҙәренсә, Фәнисте тыуған ауылында Яңы Ҡайпанда ерләйәсәктәр. Ул ауыл хакимиәте үҙәгенән алыҫ түгел.
Фото: Т. Аманов