Чиновник һүҙҙәренсә, Яңауыл станцияһына М-12 магистрален төҙөү өсөн кәрәкле ҡырсынташ индерә башлағандар. Һүҙ миллион кубометр таш тураһында бара. Ауыр йөк тейәгән махсус техника Борай районының Туғай ауылындағы төҙөлөш майҙансығына материалдарҙы тәүлек әйләнәһенә ташый. Шуға күрә Илшат Вәзиғәтов водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүгә яуаплы ҡарарға саҡырҙы. Үҙ сиратында чиновниктар техника хәрәкәтенән һуң юлдарҙы нисек тергеҙеү тураһында уйлай башланы.
«Автомобиль юлын төҙөү - Владимир Путиндың башланғысы, ул М-12 трассаһын Екатеринбургка тиклем оҙайтырға, һуңынан уның йоғонтоһо зонаһына Силәбе менән Төмәнде индерергә тәҡдим итте. Трассаның бындай конфигурацияһы Рәсәйҙең үҙәк төбәктәре менән Уралды ғына түгел, шулай уҡ Ҡаҙағстан менән Монголия һәм Ҡытайҙы ла бәйләйәсәк. Республикала эштәрҙе 2024 йылда тамамлау күҙаллана. Әлбиттә, төҙөлөш материалдарын ташыу юлдарыбыҙға ниндәйҙер зыян килтерәсәк. Киләһе аҙнала беҙ Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы вәкилдәре һәм материалдарҙы ташыу буйынса подрядсылар ҡатнашлығында кәңәшмә уҙғарабыҙ. Унда эштәрҙе тамамлағандан һуң юл япмаһын тергеҙеү тураһында протоколға ҡул ҡуйыласаҡ», - тип йомғаҡ яһаны Илшат Вәзиғәтов.
Фото: Т. Аманов