Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ғинуар , 09:55

Йыл башында ҡиммәтләнгән аҙыҡ-түлек исемлеге аталды

Декабрь аҙағынан 9 ғинуарға тиклем Башҡортостанда айырыуса помидор, ҡыяр һәм кишер ҡиммәтләнгән.

Йыл башында ҡиммәтләнгән аҙыҡ-түлек исемлеге аталды
Йыл башында ҡиммәтләнгән аҙыҡ-түлек исемлеге аталды

Ошо аҙыҡ-түлеккә хаҡтар уртаса 10,2, 9,9% һәм 8,6% артҡан һәм 127,88 һум, 175,14 һум һәм 29,40 һум тәшкил иткән. Башстат баҫтырып сығарған мәғлүмәттәр ошо хаҡта һөйләй.

Ошо осорҙа республикала картуф, кәбеҫтә, сөгөлдөр ҙә һиҙелерлек артҡан. Уларға хаҡтар 5,4-7% артҡан.

Бер аҙнала шәкәр ҡомо һәм балалар өсөн йәшелсә консервалары осһоҙланған - минус 2,2% һәм 1,5%. Хәҙер уның бер килограмы 562,78 һум һәм 58,04 һум тора.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в