Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ғинуар 2023, 15:30

Юл фажиғәләре - 13 ғинуар

Уҙған тәүлектә республика юлдарында һигеҙ автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған һәм ете кеше төрлө йәрәхәттәр алған.

Юл фажиғәләре - 13 ғинуар
Юл фажиғәләре - 13 ғинуар

Кисә киске сәғәт етенселә Ҡыйғы районында, Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы автомобиль юлының 234-се саҡрымында, 68 йәшлек ир "Лада Гранта" машинаһында йәйәүлеләр үткәүеле аша сығып барған 64 йәшлек ҡатынды бәрҙергән. Йәйәүле ваҡиға урынында йән биргән. Әле хәлде тикшереү бара.

Йәйәүлеләр үткәүеле аша сыҡҡанда ла бик һаҡ булырға кәрәк. Машиналар туҡтап, юл биргән осраҡта ғына юлды дауам итергә була. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Фото: БР ЮХХДИ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: