Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ғинуар 2023, 14:30

Ышаныусанлыҡ хаҡы - өс миллион һумға яҡын...

Өфөнән 63 йәшлек ҡатынды ялған "банк хеҙмәткәрҙәре" өс аҙна дауамында алдаған: йәнәһе лә, уның иҫәбенән аҡса урларға маташалар, быны туҡтатыр өсөн кредиттар алып, "хәүефһеҙ" иҫәптәргә күсерер кәрәк. Пенсионер ҡатын аферистарға ышанып, өс миллион һумға яҡын бер нисә кредит алған да, банкоматтар аша "ышаныслы" иҫәптәргә һалған. 

Ышаныусанлыҡ хаҡы - өс миллион һумға яҡын...
Ышаныусанлыҡ хаҡы - өс миллион һумға яҡын...

Стәрлетамаҡтан 33 йәшлек ир ҙә муттарҙың тоҙағына эләгеп, 300 мең һум аҡсаһын "хәүефһеҙ" иҫәпкә күсергәс кенә, банкка шылтыратып белешергә башы еткән.

Тәүлек эсендә муттарҙан 24 кеше алданған. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: