Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ғинуар , 16:30

Вася ауылда

Юлдағыларҙы аптыратып һәм ҡыуандырып, Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылы янында аттар менән тибендә йөрөгән Вася атлы ишәкте хужаһы Ғәлим Яуынбаев бөгөн ауылға алып ҡайтҡан. 

Вася ауылда
Вася ауылда

- Ҡар өҫтө ҡатыу менән ул, ғәҙәттә, үҙе ҡайта торғайны, был юлы барып алып ҡайттым, - ти ауҙарыш буйынса донъя чемпионы Ғәлим. - Кешеләрҙе ҡыуандырып йөрөнө ҡырҙа - гел дә уның менән фотосессия ойошторҙолар, видеоға төшөрҙөләр. Ә был фотоларҙы иһә махсус "Йәшлек" өсөн төшөрҙөм.

Үәт, исмаһам, рәхмәт Ғәлимгә! 

Ете йәшлек Васяны Ғәлим Баймаҡ районынан Арыҫлан Иҫәновтан һатып алған булған, уға тиклем ишәк Ҡырмыҫҡалы районында йәшәгән. Ҡырмыҫҡалыға нисек барып эләккәне билдәһеҙ... 

Фото: Ғәлим Яуынбаев.

Вася ауылда
Вася ауылда
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в