«СССР-ҙың халыҡ артисы Инна Михайловна Чурикованың вафат булыуы сәбәпле туғандарының һәм яҡындарының, «Ленком» театры коллективы, театр һәм кино сәнғәтен һөйөүселәрҙең ҡайғыһын уртаҡлашам. Башҡортостан халҡы Бәләбәй ҡалаһында тыуып үҫкән бөйөк шәхес Инна Чурикованың ижадына, сәхнәлә һәм кинола төшөрөлгән төрлө-төрлө ҡатын-ҡыҙҙарҙың сағыу талантына һәр саҡ һөйөү тойғоһо кисерҙе. Ул ҡабатланмаҫ оҫталығы, ихласлығы, тамашасылар күңелендә уятҡан бай хис-тойғолар палитраһы менән һоҡландырҙы. Иҫ киткес актриса һәм яҡшы кеше Инна Михайловна Чурикова хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәк», - тип яҙҙы үҙенең телеграммаһында төбәк етәксеһе.