Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ғинуар 2023, 19:50

Рөстәм Нәбиев ҡулдарында Аконкагуа тауына артыла

Уҙған йылдың декабрь башында яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев йәнә рухи яҡтан көслө булыуын һәм ҡуйылған ҡатмарлы һынауҙарҙы үтә алыуын иҫбатланы. Блогер ҡулдарында Африкалағы иң бейек нөктә Килиманджаро тауына күтәрелде. Яңы йыл каникулдарында бер аҙ ял иткәндән һуң Рөстәм йәнә юлға сыҡҡан. Ул 13 ғинуарҙа Көньяҡ Американың иң юғары нөктәһенә - Аконкагуа тауына күтәрелә башланы.

Рөстәм Нәбиев  ҡулдарында Аконкагуа тауына артыла
Рөстәм Нәбиев ҡулдарында Аконкагуа тауына артыла

 Рөстәм Нәбиевтың икенсе ҡитғағаға сәйәхәте 7 ғинуарҙа башланды. Ул Мендесҡа (Аргентина провинцияһы) барып етер өсөн Мәскәү, Истанбул, Доха һәм Сан-Паулу ҡалалары аша үтте. Ниһайәт, 13 ғинуарҙа Рөстәм донъялағы иң билдәле тауҙарҙың береһе - Аконкагуаның иң юғары нөктәһенә (2015 йылда Омскиҙа казарма емерелеү һөҙөмтәһендә аяҡһыҙ ҡалды) күтәрелә башланы. Ир-егетте ҡабат-ҡабат хәүефле сәйәхәткә сығырға нимә этәрә һуң? Был хаҡта Рөстәм Нәбиев үҙенең телеграм-каналында һөйләне. «Бейеклектәр яулауым менән бер кемгә лә бер нәмә лә иҫбатларға теләмәйем. Миңә был оҡшай, мине бик илһамландыра, үҙемдең эске ҡеүәтемде, характерымды аса. Тауҙар - еңеп, мин үҙемде еңәм” , – тип яҙа ул.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: