+8 °С
Болотло
Вконтакте
Одноклассники
Телеграм
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ғинуар 2023, 21:00
ҺИНДӘЙ ЗАТТЫ ТАРИХ КҮРГӘНЕ ЮҠ
Һиндәй затты тарих күргәне юҡ:Тәрән уйлы, тәрән аҡыллы.Һүҙ һөйләһәң - һүҙең йөрәк өттө,Эш эшләһәң - уңған, таҫыллы.Халҡың һымаҡ һин дә ихласлыҡтың,Ябайлыҡтың булдың үрнәге.Ҡыйын саҡта, ауыр минуттарҙаБик күптәрҙең дуҫы, терәге.Бөйөк заттар ҡыйып эшләмәгәнӘллә күпме эштәр башҡарҙың.Күпме ерҙә төҙөтөп дауахана,Күпме ғүмерҙәрҙе ҡотҡарҙың.Әллә күпме белем усаҡтарынҺин ҡабыҙып бирҙең, Мортаҙа!Һәм астырҙың күпме Иман йортон,Намыҫың да шуға саф, таҙа.Әллә күпме матур йорттар ҡалҡтыЕл уйнаған ялан, далала.Һиҙеп торҙоң, белеп, тойоп торҙоңҒәзиз халҡың нисек тын ала.Бар һәләтең, барлыҡ көсөң һалдыңСәскә атһын өсөн Ватаның.Ел-дауыл тип тормай, буран тимәй,Халҡың менән бергә атланың.Мөмкин түгел барлыҡ эштәреңдеБер яҙмала һанап яҙырға.Һин тыуғанһың халҡың күңелендәЯҡты йондоҙ булып янырға.Үтер йылдар... Изге эштәреңдеХәтерләрҙәр әле мең ҡабат.Бер кем әйтмәҫ, хатта яңылыштан,"Үткән эшкә, - тиеп, - салауат!"...Һиндәй затты тарих күргәне юҡ:Тәрән уйлы,тәрән аҡыллы.Ил атаһы, олатаһы булып,Ҡурсалайһың һаман халҡыңды.Cулпан Миңлебаева12.01.2023
ҺИНДӘЙ ЗАТТЫ ТАРИХ КҮРГӘНЕ ЮҠ
Фото:Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас: