Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ғинуар 2023, 10:10

Гөлназ Асаеваның ғаиләһе тарҡалыуы хаҡында билдәле булды

Уның ире Вилдан барыһын да һөйләне.

Гөлназ Асаеваның ғаиләһе тарҡалыуы хаҡында билдәле булды
Гөлназ Асаеваның ғаиләһе тарҡалыуы хаҡында билдәле булды

Бер ай элек социаль селтәрҙә һәм киң мәғлүмәт сараларында милли эстрада йондоҙҙары - Вилдан Шәмсетдинов менән Гөлназ Асаеваның айырылышыуы хаҡында мәғлүмәт таралды. Йәнәһе лә йырсыларҙың пиар-менеджеры әйтеүенсә, йәш ғаилә тарҡалған.
Вилдан Шәмсетдинов «Ватаным Татарстан» баҫмаһына интервьюһында һөйгәне менән айырылышыуҙарын кире ҡаҡты.

- Мин уянып телефонды ҡулыма алдым һәм шундай яңылыҡҡа хайран ҡалдым. Нимә булғанын үҙем дә аңламаным. Туғандар һәм дуҫтар шылтыратып хәл белешә, һораша башланы, уларҙы ла тынысландырырға тура килде. Беҙҙә хатта пиар-менеджер ҙа юҡ - концерттар директоры ғына бар. Ә ул беҙҙең сығыштар өсөн генә яуаплы, - тип хәбәр итә ул һәм ҡатынынан айырылыу тураһындағы мәғлүмәттең дөрөҫ булмауын әйтә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: