Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ғинуар 2023, 20:20

Эх, Фәнис беҙ һинең иҫән булыуыңа бөгөнгө көнгә тиклем ышанған инек

Фәнис Хөсәйеновтың махсус махсус хәрби операцияла һәләк булыуы рәсми раҫланды. Был хаҡта Тәтешле районы башлығы социаль селтәрендә хәбәр итте.

Эх, Фәнис беҙ һинең иҫән булыуыңа бөгөнгө көнгә тиклем ышанған инек
Эх, Фәнис беҙ һинең иҫән булыуыңа бөгөнгө көнгә тиклем ышанған инек

"Һеҙгә ҡәҙерле яҡташтарым, йөрәккә ауыр, ҡайғылы хәбәрҙе еткерәм - хәрби бурысын үтәгәндә Украина биләмәһендә махсус хәрби операция барышында Яңыҡайпан ауылында тыуып үҫкән данлыҡлы яҡташыбыҙ Фәнис Хөсәйенов һәләк булды.
Был беҙҙең уртаҡ ҡайғыбыҙ һәм ҙур юғалтыу. Ил һағы, тыныслыҡ өсөн көрәштә, ул туғандаш халҡын нацистарҙан ғына түгел, үҙенең Ватанын, яҡындарын һәм туғандарын фашизм таралыу ҡурҡынысынан да һаҡланы.
Геройҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фәнис мәңгелеккә беҙҙең йөрәктәрҙә, Рәсәй хәтерендә һәм героик йылъяҙмаһында ҡаласаҡ.

Хушлашыу 2023 йылдың 16 ғинуарында иртәнге сәғәт 11-ҙә Үрге Тәтешле ауылы мәҙәниәт йорто майҙанында уҙа", - тип яҙҙы ул.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: