Юлда йәш ҡатын идара иткән автомобилдең тәгәрмәсе шартлаған, ә запастағыһы төҙөк булмаған.
Автомобилдә ике йәшлек бала, водителдең һеңлеһе һәм әсәһе булған. Был ваҡытта һауа температураһы 37 градус һалҡын күрһәтә.
Полиция капитаны Ринат Мөхйәров һәм полицияның өлкән лейтенанты Вадим Дүшәнбаев юлда патруллек иткән. Ҡатын полицейскийҙарҙан ярҙам һораған.
Автоинспекторҙар ғаиләне патруль автомобиленә ултырта. Ошо ваҡытта үтеп барыусыларҙың береһе үҙенең запас тәгәрмәсен тәҡдим итә. Инспекторҙар тәгәрмәсте алмаштырған һәм ғаиләне автосервисҡа тиклем оҙатып барған. Ҡатын полиция хеҙмәткәрҙәренә ярҙамдары өсөн рәхмәтен белдерҙе.
Фото: Т. Аманов