Бөгөн төндә Өфөнөң Дим районындағы күп фатирлы йортта ут сыҡҡан. Янғын һүндереүселәр ике бүлмәле фатирҙан 1958 йылғы ирҙе алып сығып, медиктар уға ярҙам күрһәткән.
Йорттан 25 кеше, шул иҫәптән ете бала, эвакуацияланған.
Янғын сәбәптәре асыҡлана.
Шулай уҡ Өфөнөң Интернационал урамында - өс бүлмәле фатир, Ауырғазы, Ғафури, Мәләүез, Кушнаренко райондарында - йорттар, Ҡырмыҫҡалы районында - мунса, аласыҡ, утынлыҡ, Өфө, Ҡалтасы, Ауырғазы, Ишембай райондарында - мунсалар, Бөрйән, Өфө райондарында - хужалыҡ ҡаралтылары, Саҡмағош районында - һарай, Бишбүләк районында - автомобиль, Бүздәктә ҡаҙанлыҡ янған. Өфөнөң М.Горький урамында ике бүлмәле фатирҙа мөлкәткә ут тоҡанған, Бәләбәйҙә - йорттоң стенаһы, Өфөлә - мунсаның түбәһе менән стенаһы, Әбйәлил районында кирбес йорттоң түбәһе уттан зыян күргән.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.