Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ғинуар 2023, 09:10

Янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама ҡатындың ғүмерен ҡотҡарған

Бөрөлә шәхси йортта сыҡҡан уттан янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама ҡатындың ғүмерен ҡотҡарған. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

Янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама ҡатындың ғүмерен ҡотҡарған
Янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама ҡатындың ғүмерен ҡотҡарған

Йорт хужабикәһе мейесен яғып, икенсе бүлмәгә сығып киткән. Күпмелер ваҡыттан һуң ул янғын тураһында хәбәр иткән приборҙың көслө сигналын ишеткән. Ханым үҙе янғынды һүндерергә маташҡан, ләкин булдыра алмаған һәм янғын һүндереүселәрҙе саҡырған.

 

Автономлы янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы өйҙә бюджет аҡсаһы иҫәбенә бушлай ҡуйылған.

Фото: Т. Аманов

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: