Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ғинуар 2023, 09:19

Самауыр байрамы үтте

Милли проект ярҙамында Архангель районында байрам ойошторолған.

Самауыр байрамы үтте
Самауыр байрамы үтте

Архангел районы үҙәгендә ҡышҡы каникулдарҙа "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә самауырға арналған байрам ойошторолдо. Элек-электән был һауыт-һаба һәр йортта мотлаҡ атрибут һаналған. Ғаиләнең бер ваҡиғаһы ла, ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү ҙә самауырһыҙ үтмәй. 

Самауырға арналған сарала район Мәҙәниәт йортоноң, ауыл Мәҙәниәт йорттарының художестволы үҙешмәкәр коллективтары һәм "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары әүҙем ҡатнашты. Барыһы ла милли кейемдә килгән. Программаны алып барыусы һәм был сараның хужабикәһе Рәсимә Мөхәмәтйәрова Рәсәйҙә тәүге самауырҙарҙың ҡайҙа эшләнеүе хаҡында һөйләне. Тәүге самауырҙар баҡырҙан яһаған, һуңынан уларҙы еҙ, тимерҙән яһай башлағандар, никель, хатта алтын һәм көмөш менән ҡаплағандар. Байрам барышында йырҙар һәм таҡмаҡтар яңғыраны, халыҡ бейеүҙәре һәм уйындары башҡарылды.

Фото: Архангел районы хакимиәтенән.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: