Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ғинуар 2023, 14:50

Радий Хәбиров: "Бөгөн беҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов менән хушлаштыҡ"

Төбәк етәксеһе социаль селтәр сәхифәләренә ошолай тип яҙып үтте: - Бөгөн беҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов менән хушлаштыҡ. Уның исеме илебеҙ һәм республикабыҙ яҙмышы хәл ителгән ныҡ ҡатмарлы дәүерҙең символына әйләнде.

Радий Хәбиров: "Бөгөн беҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов менән хушлаштыҡ"
Радий Хәбиров: "Бөгөн беҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов менән хушлаштыҡ"

Ул ҡаҡшамаҫ дәрәжәле ысын лидер булып, ябай ер кешеһе, беҙҙең Мортаза Ғөбәйҙулла улы ине. Уға барыһы өсөн - ярҙамы, кәңәштәре һәм ышанысы өсөр рәхмәт белдерәм.

Беҙ унан күпте өйрәндек һәм нисек ысын кеше, патриот, һөнәрмән һәм яҡшы етәксе булырға өйрәнәбеҙ. Үҙ сиратта, беҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улының республикабыҙ мәнфәғәтенә башҡарған хеҙмәтен дауам итәсәкбеҙ.

Башҡорт халҡының бөйөк улы алдында баш эйәбеҙ. Ул мәңгегә хәтеребеҙҙә ҡалыр.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: