Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ғинуар 2023, 10:35

Мортаза Рәхимовтың кәүҙәһен зыяратҡа орудие лафетында алып барасаҡтар

Дәүләт концерт залы алдында "Урал" хәрби йөк машинаһына тағылған артиллерия орудиеһыны күрергә була. Табутты уның лафетына урынлаштырып Мосолман зыяратына алып барасаҡтар. Шулай итеп дәүләт һәм йәмғиәт алдында оло ҡаҙаныштары булған шәхескә - Мортаза Рәхимовҡа оло хөрмәт күрһәтеләсәк.

Мортаза Рәхимовтың кәүҙәһен зыяратҡа орудие лафетында алып барасаҡтар
Мортаза Рәхимовтың кәүҙәһен зыяратҡа орудие лафетында алып барасаҡтар

Был традиция күптән барлыҡҡа килгән һәм дәүләт протоколы буйынса ерләүҙе ойошторғанда ҡулланыла.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: