Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ғинуар 2023, 15:39

"Миловка паркы" торлаҡ комплексының дүрт йорто файҙаланыуға тапшырылды

- Дүрт биш ҡатлы йорттарҙың дөйөм майҙаны 18,9 мең квадрат метр тәшкил итә. Йәмғеһе 400-гә яҡын кеше фатир асҡысын аласаҡ, - тип хәбәр итте Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.

"Миловка паркы" торлаҡ комплексының дүрт йорто файҙаланыуға тапшырылды
"Миловка паркы" торлаҡ комплексының дүрт йорто файҙаланыуға тапшырылды

Әлеге ваҡытта Өфө районы хакимиәте тарафынан йорттарҙы кадастр иҫәбенә ҡуйыу өсөн БР буйынса Росреестр идаралығына ведомство-ара эш итеү ярҙамында документтар пакеты ебәрелгән.

- Артабан йорттарҙың коммуналь инфраструктура объекттарын ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаларға тапшырыу һәм идара итеүсе ойошма менән килешеүҙәр төҙөү буйынса эш башҡарыу бурысы тора, - тип билдәләне Башҡортостандың Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау фондының генераль директоры урынбаҫары Тимур Ғиниәтуллин.

Йорттарҙың почта адресы: Республика Башкортостан, Уфимский район, с. Миловка, Сиреневый бульвар, д. №№ 2, 4; ул. Аксакова, д. №№ 1, 3.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, фондтың күҙәтеү советы тарафынан "Миловка паркы" торлаҡ комплексының 22 йорто ҡаралған. 13-сө һәм 14-се кварталдарҙағы ике йорт буйынса аҡсалата компенсация түләү тураһында ҡарар ҡабул ителде. 2021 йылда - 10-сы кварталда 4-се һәм 5-се йорттар, 2022 йылдың йәйендә 5-се кварталдағы 2-се йорт төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылды. 331 өлөшсөнөң хоҡуҡтары тергеҙелде.

"Миловка паркы" торлаҡ комплексының 3, 8, 9, 11-се кварталдарында өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын 2023 йылдың аҙағына тиклем тергеҙеү планлаштырыла.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: