+20 °С
Болотло
"Мин уның Гәрәй ағаһының ҡатынымын. 1955 йылда килен булып төштөм. Мортаза Ғөбәйҙулла улы техникумда уҡый ине. Беҙ бер ауылда үҫтек. Йәштән үк бик хәстәрлекле булды, туғандары өсөн өҙөлөп торҙо, бер ваҡытта ла ярҙамдан баш тартманы. Ауылға ҡайтһа, бесәнен дә сапты, утынын да ярҙы, ағаһы менән комбайн да ремонтланы. Бер эшкә лә, юҡ тимәне, барыһын да эшләй белде. Мин уға ярҙамсыллығы өсөн рәхмәтлемен. Ҙур вазифа биләгәндә лә, тыуған төйәгенә йыш ҡайтты. Үҙенең туғандарын, беҙҙең балаларыбыҙҙы бик яратты. Башҡортостан өсөн бик күп эшләне, республиканың статусын күтәрҙе", - тип һөйләне Фәрҙәнә Рәхимова.
Аллаһы Тәғәлә Мортаза Ғөбәйҙулла улының урынын ожмахта насип итһен!
Фото һәм сығанаҡ: Башинформ.