«Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов республикаға етәкселек иткән осорҙа республикала фәнгә һәм мәғарифҡа ҙур иғтибар бүлде.
Ғилми һәм белем биреү учреждениеларының фәнни, матди, интеллектуаль базаһы һаҡлап ҡалынды, шул арҡала бөгөн Өфөлә берләштерелгән ҡеүәтле юғары уҡыу йорто, студент кампусы төҙөү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Республика ғалимдарының, төрлө йәштәге коллегаларымдың республиканың беренсе Президентына хөрмәт күрһәтергә, уны һуңғы юлға оҙатырға килеүе осраҡлы түгел. Башҡортостан Мортаза Ғөбәйҙулла улына республика үҫешенә индергән өлөшө өсөн рәхмәт әйтергә тейеш», - тип билдәләне Александр Дегтярев.