Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ғинуар 2023, 15:29

Үҫеш корпорацияһы сәнәғәт өсөн 14 инвестмайҙансыҡ тәҡдим итте

Сәнәғәт эшмәкәрлеген алып барыу өсөн тәғәйенләнгән ун дүрт ер участкаһы (дөйөм майҙаны 72 гектар самаһы) Ағиҙел ҡалаһында урынлашҡан.

Үҫеш корпорацияһы сәнәғәт өсөн 14 инвестмайҙансыҡ тәҡдим итте
Үҫеш корпорацияһы сәнәғәт өсөн 14 инвестмайҙансыҡ тәҡдим итте

Тәҡдим ителгән майҙансыҡтар 0,6-19 гектар майҙанды биләй, электр уты үткән, һыу, газ менән тәьмин итеү селтәренә тоташтырыу мөмкинлеге бар, шулай уҡ һыу бүлеү системаһы менән тәьмин ителгән. Бынан тыш, ер участкаларында производство биналары урынлашҡан.

Инвестиция майҙансыҡтары менән онлайн-форматта танышырға - Үҫеш корпорацияһы сайтында ҡарарға мөмкин: https://krrb360.ru/. Йәғни, инвесторҙар һәр ер участкаһы, инженер инфраструктураһы, күсемһеҙ милек объекттары, башҡа техник характеристика тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте онлайн алыу мөмкинлегенә эйә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: