Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Января 2023, 07:40

«Дини, милләт-ара татыулыҡты булдырыуға бик яуаплы ҡараны»

«Дини, милләт-ара татыулыҡты булдырыуға  бик яуаплы ҡараны» Элекке БР мәҙәниәт министры, 1995–2005 йылдарҙа БР Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары  Хәләф Хәлфетдин улы Ишморатов Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.  

«Дини, милләт-ара татыулыҡты булдырыуға  бик яуаплы ҡараны»«Дини, милләт-ара татыулыҡты булдырыуға  бик яуаплы ҡараны»
«Дини, милләт-ара татыулыҡты булдырыуға бик яуаплы ҡараны»

 

 «Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән эшләүе еңел дә, ҡатмарлы ла ине. Еңел, сөнки ул аныҡ ҡына ҡарарҙар ҡабул итергә булышлыҡ итә торғайны.Ҡатмарлы, сөнки ул бик талапсан кеше булды. Шәмбе, йәкшәмбе көнө  тип ҡарап тормай, иң беренсе булып эшкә килә, иң һуңғыһы булып ҡайтып китә торғайны. Үҙенең ҡулы аҫтында эшләгәндәрҙән дә шәхсән шуны талап итте.

  90-сы йылдарҙа Рәсәйҙә килеп тыуған  киҫкен милли мәсьәләләрҙе хәл иткәндә ул һәр ваҡыт ҡатнашып килде. Республикала тәүге тапҡыр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәрелгәс, рустарҙың Соборы,татарҙарҙың Конгресын  үткәрҙек. Һуңынан күп милләтле республикабыҙҙа  мари, сыуаш, мордва, йәһүдтәрҙең үҙҙәренең съездары ойошторолдо, ҡарарҙар ҡабул ителде. Шулар нигеҙендә Башҡортостан Хөкүмәте менән ошо милли үҙәктәр берләшеп, ҡулға- ҡул тотоношоп эшләп алып киттеләр. Әгәр ҙә беҙҙең Башҡортостанда шул ваҡытта милли, дини низағтар килеп сыҡмаған икән, ул ошо ыңғай эштәрҙең  һөҙөмтәһе ул. Мортаза Ғөбәйҙулла улы республикабыҙҙа    дини, милләт-ара татыулыҡты булдырыуға бик яуаплы ҡараны».

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас