- Бындай тәжрибәне былтыр уҡ башланыҡ, ләкин ул саҡта Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге белгестәре айына бер тапҡыр ғына консультация үткәрҙе, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. - Быйыл беҙ граждандарға социаль ярҙам сараларын күрһәтеүгә ҡағылышлы барлыҡ һорауҙар буйынса консультацияларҙы аҙна һайын үткәрергә ҡарар ҡабул иттек. Бынан тыш, былтыр проектта төбәктең 18 муниципаль берәмегендә урынлашҡан күп функциялы үҙәктең 19 офисы йәлеп ителһә, быйыл республиканың һәр ҡалаһында һәм районында булған күп функциялы үҙәктәрҙең бөтә офистарын йәлеп итеү планлаштырыла. Республикала йәшәүселәрҙе туранан-тура мәғлүмәт менән тәьмин итеү мөмкинлеге беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки быйыл халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү өлкәһендә яңылыҡтар бихисап, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ленара Иванова.
Беренсе консультация 2023 йылдың 18 ғинуарында 10 сәғәттән алып 13 сәғәткә тиклем түбәндәге адрестар буйынса күп функциялы үҙәк офистарында үтәсәк:
— Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 205 А;
— Учалы ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 1;
— Йылайыр ауылы, Ленин урамы, 68;
— Кушнаренко ауылы, Баҡса урамы, 19;
— Яңы Березовка ауылы, Төҙөүселәр урамы, 33;
— Иглин ауылы, Горький урамы, 6;
— Күмертау ҡалаһы, Ғафури урамы, 35;
— Салауат ҡалаһы, Ленин урамы, 11;
— Йәрмәкәй ауылы, Совет урамы, 59;
— Талбазы ауылы, Ленин урамы, 113;
— Октябрьский ҡалаһы, Кортунов урамы, 15;
— Үрге Ҡыйғы ауылы, Совет урамы, 14.
БР Күп функциялы үҙәктең сайты https://mfcrb.ru/
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.