Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар 2023, 15:06

Йыназа сәбәпле, юл ябыла

Иртәгә Өфөлә Мортаза Рәхимовты һуңғы юлға оҙатыуға бәйле ваҡытлыса урамдар ябылып тора.

Йыназа сәбәпле, юл ябыла
Йыназа сәбәпле, юл ябыла

Иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 3-сө яртыға тиклем түбәндәге урамдарҙа транспорт хәрәкәте сикләнә: Ленин (Кировтан Пушкинғаса), Пушкин (Совет урамынан С. Разинғаса), Степан Разин (Пушкиндан Кесе Бакунинға), Кесе Бакунин (С. Разиндан Алтай урамынаса), Алтай (Татар урамынан Пятигорск урамынаса).

Өфө ҡалаһы хакимиәте маршрутты алдан билдәләргә саҡыра.

Фото: Өфө хакимиәтенән.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: