Иртән Әлшәй районында, Стәрлетамаҡ-Раевка юлының 72-се саҡрымында, 48 йәшлек водитель идара иткән "ВАЗ-2110" менән 42 йәшлек ир идара иткән "Skoda Yeti" бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә "ВАЗ" водителе һәм уның өс пассажиры дауаханаға оҙатылған. Һуңғараҡ дауаханала пассажир ҡатындарҙың береһе вафат булған, хәҙер полиция хеҙмәткәрҙәре уның шәхесен асыҡлай. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.
Ҡаршы һыҙатҡа сығыу һәр ваҡыт тиерлек фажиғәле тамамлана. Ҡайҙа ашығаларҙыр инде...
Фото: БР ЮХХДИ.