Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар 2023, 16:37

"Ул беҙҙең йөрәктә мәңге һаҡланыр..."

Республикабыҙ ҙур юғалтыу кисерҙе. 2023 йылдың 11 ғинуарында 89-сы йәшендә билдәле дәүләт, сәйәсәт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы РӘХИМОВ вафат булды. Ошоға бәйле рәсми ҡайғы уртаҡлашыу баҫылды.

"Ул беҙҙең йөрәктә мәңге һаҡланыр..."
"Ул беҙҙең йөрәктә мәңге һаҡланыр..."

М. Ғ. Рәхимов 1934 йылдың 7 февралендә Башҡорт АССР-ы Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында тыуған.

1956 йылда Өфө нефть техникумын тамамлап, Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор булып эшләй башлаған. 1964 йылда, эшенән айырылмайынса, Өфө дәүләт нефть институтын тамамлаған. 1960 йылдан алып 1990 йылға тиклем КПСС-тың XXII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводында тәүҙә установка начальнигы, цех начальнигы урынбаҫары, яңы производстволарҙы ебәреү һәм йүнәтеү буйынса баш инженер урынбаҫары эшләй, 1976 – 78 йылдарҙа баш химик – баш инженер урынбаҫары, 1978 – 1986 йылдарҙа – баш инженер, 1986 – 1990 йылдарҙа завод директоры була.

СССР-ҙың халыҡ депутаты, СССР-ҙың Юғары Советы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының һәм Өфө ҡалаһы Советының халыҡ депутаты итеп һайлана.

1990 йылдан 1993 йылға тиклем М. Ғ. Рәхимов – Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Рәйесе. Был осорҙа Башҡортостан Республикаһының яңы Конституцияһы, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә, Федератив килешеүгә һәм Башҡортостан Республикаһынан Федератив килешеүгә ҡушымтаға ҡул ҡуйыла.

1993 йылдың 12 декабрендә М. Ғ. Рәхимов Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты итеп һайлана. 1994 йылдың авгусында Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм вәкәләттәрҙе үҙ-ара бүлешеү тураһындағы Килешеүгә ҡул ҡуйыла.

1998 йылдың 14 июнендә һайлау һөҙөмтәләре буйынса икенсе тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Президенты итеп һайлана.

1993 – 2001 йылдарҙа – РФ Дәүләт Советы һәм Федерация Советы ағзаһы.

1999 йылда М. Ғ. Рәхимов 2001 йылда “Берҙәм Рәсәй” партияһы составына ингән  ”Ватан – Бөтә Рәсәй” Бөтә Рәсәй партияһын төҙөүселәрҙең һәм рәйестәштәренең береһе була.

2003 йылдың 21 декабрендә өсөнсө тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Президенты булып һайлана.

2006 йылдың 10 октябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдиме буйынса БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Мортаза Рәхимовҡа яңы биш йыллыҡ мөҙҙәткә Президент вәкәләттәре бирә.

2010 йылдың 15 июлендә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Мортаза Рәхимовтың отставкаһын ҡабул итә.

2010 йылдан Мортаза Ғөбәйҙулла улы – “Урал” хәйриә фонды советы рәйесе. 2010 йылдан 2012 йылдың июненә тиклем – “Башнефть” компанияһының директорҙар советы ағзаһы.

Республика етәксеһе булып эшләү осоронда М. Ғ. Рәхимов уның социаль-иҡтисади, мәҙәни үҫешенә тос өлөш индерҙе. Башҡортостан илдең алдынғы, сәнәғәте үҫкән төбәгенә, федераль ҡаҙна донорына, нефть сығарыу һәм эшкәртеү, химия һәм нефть химияһы, машиналар эшләү һәм энергетика, ауыл хужалығы етештереүе буйынса ҡеүәтле үҙәккә әүерелде. Уның булышлығында тиҫтәләрсә яңы предприятиелар асылды, йөҙҙәрсә социаль объект төҙөлдө, район һәм ҡалаларҙың юл һәм инженер инфраструктураһы яңыртылды, торлаҡ төҙөлөшө, газ үткәреү, тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү йылдамлашты.

Республиканың әһәмиәтле мәғариф, фән, һаулыҡ һаҡлау, сәнғәт, спорт ҡаҙаныштары Мортаза Ғөбәйҙулла улының исеме менән бәйле. Уның тырышлығы менән дәүләт һәм туған телдәрҙе һаҡлау шарттары булдырылды, милли-мәҙәни берлектәр, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы барлыҡҡа килде, республика халыҡтарының тәүге ҡоролтайҙары, съездары үткәрелде. Уның етәкселегендә “Урал” хәйриә фонды бик күп мөһим социаль проекттарҙы ғәмәлгә ашырҙы.

Оҙаҡ йылдарҙа емешле хеҙмәте өсөн М. Ғ. Рәхимов I һәм II дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн”, Рәсәй Федерацияһының Халыҡтар Дуҫлығы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Почет Билдәһе ордендарына, Рәсәй Президентының, Хөкүмәтенең, Федерация Советының Почет грамоталарына, Президенттың Рәхмәт хатына, “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн“, Салауат Юлаев, “Халыҡтар Дуҫлығы” орденындарына, бихисап ведомство, сит ил, ижтимағи наградаға лайыҡ булды.

Мортаза Ғөбәйҙулла улына дәүләт эшмәкәре, федераль кимәлдәге етәксе сифаттары, стратегик фекерләү, аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итеү һәләте хас ине. Шуға өҫтәп, ул аралашыуҙа ихлас һәм асыҡ булды, ябай кешеләрҙең проблемаларын хәл итеүгә йүнәлеше менән айырылып торҙо.

Үҙенең күп йыллыҡ хеҙмәте менән Мотраза Рәхимов республикала һәм унан ситтә лә абруй ҡаҙанды.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы – башҡорт халҡының бөйөк улы, ҙур дәүләт, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, билдәле етәксе һәм республиканың ысын илһөйәре – тураһында яҡты хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә мәүге йәшәр.

 

Р.Ф. Хәбиров, К.Б. Толкачев, А.Г. Назаров, М.В. Забелин, А.А. Касьянов, А.Ш. Бадранов, Р.Х. Моратов, А.В. Марзаев, Л.З. Иғтисамова, И.Х. Сәғитов, И.А. Тажетдинов, И.И. Фазрахманов, А.Н. Шельдяев, А.Ф. Абдрахманов, У.Т. Килсенбаев, И.Р. Ахметвәлиев, А.Н. Лазеев, Р.Р. Мәүлиев, В.П. Угаров, М.С. Исҡужин, Р.И. Байдәүләтов, Р.С. Баҡыев, Р.У. Диваев, И.А. Ғәбитов, А.Т. Сәғитов, У.Н. Бакиров, Ф.А. Ямалетдинов,  П.Р. Качкаев, К.Н. Рамағанов, В.Б. Мартыненко, В.М. Шәрипов, Г.Ф. Мирошниченко.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: