«Миңә Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән оҙаҡ йылдар – иң бәхетле һәм көсөргәнешле осорҙа – эшләргә тура килде, – тип иҫәпләйем. – 1993 йылда, иң ауыр ваҡытта, республиканы етәкләп, уны алдынғы һыҙыҡҡа сығара алды. Ул, ысынлап та, халҡыбыҙ өсөн бик күп эшләне. Башҡортостанды Рәсәйҙең алдынғы төбәктәренең береһе тип танынылар, күп кенә сит илдәрҙә лә беләләр ине. Ул федераль властар белгән һәм хөрмәт иткән билдәле сәйәсмән булды.
Ғәҙәттән тыш һәләтле һәм иҫ киткес хеҙмәт һөйөүсән кеше булды! Һәр ваҡыт кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу тураһында уйланы. Ниндәйҙер районға сыҡмаған аҙнаһы булманы, республиканың һәр сигенә барҙы. Унда нимә эшләргә кәрәклеген асыҡланы һәм күрһәтмәләр бирҙе. Һәм беҙ барыбыҙ ҙа тиҙ генә ҡушылып, әйткәнде эшләргә тырыштыҡ, сөнки уның онотмаясағын һәм һораясағын белә инек.
Ул команда туплай белде. Беҙҙең коллектив бик эшкә һәләтле ине һәм күп эшләнек. Ҡалаларҙа ғына түгел, рспубликаның иң алыҫ мөйөштәрендә лә торлаҡ һәм юлдар төҙөлдө, газ үткәрелде. Бөтә процесты ла контролдә тотто һәм уның үтәлешен тикшереп барҙы.
Мортаза Ғөбәйҙулла улы ауыл хужалығына айырым иғтибар бирҙе. Ауыл хужалығы предприятиеларын һаҡлап алып ҡалды. Ельциндың совхоздарҙы бөтөрөү тураһындағы күрһәтмәһенә ҡарамаҫтан, предприятиелар юридик исемен үҙгәртһен, әммә ҡалһын тип, үҙенең указын булдырҙы. Шуның өсөн дә ул халҡының лайыҡлы улы булараҡ хәтеребеҙҙә ҡалыр, уның хеҙмәттәрен бер кем дә онотмаҫ».