Стипендиялар тәғәйенләү тәртибе шундай - кандидаттарҙы ғилми советтар тәҡдим итә, ә Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы конкурс һөҙөмтәләре буйынса стипендия алыусыларҙы һайлаясаҡ.
Юғары уҡыу йорттары студенттарына - һәр береһе 15 мең һумлыҡ 10 стипендия һәм аспиранттарға 20-шәр мең һумлыҡ 10 стипендия ҡаралған. Аҡса 12 ай буйына түләнә.
Һайлап алыу критерийҙары түбәндәгесә:
- юғары уҡыу йортонда уҙған йылда «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә өлгәшеү;
- фәнни баҫмаларҙа мәҡәләләр баҫтырыу;
- үҙеңдең ғилми-тикшеренеү эше һөҙөмтәләре менән халыҡ араһында сығыш яһау;
- бөтә Рәсәй йәки халыҡ-ара олимпиадаларҙа еңеүҙәр йәки призлы урындар;
- тикшеренеүҙәргә грант алыу.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан