Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар 2023, 15:15

Ике ир урманда аҙашҡан

Дыуан районында ике ир 11 ғинуарҙа урманда  аҙашҡан, тип хәбәр итә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Ике ир урманда аҙашҡан
Ике ир урманда аҙашҡан

Ошо көндөң кисендә ашығыс хеҙмәттәргә ирҙәр ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Икенсе тораҡ пунктына йүнәлтмә буйынса ирҙәргә юлһыҙ ерҙән үтергә тура килгән, һәм улар, урманға инеп, аҙашҡан. Етмәһә, бәләгә тарыусыларҙың машиналары ла һүнгән.

 

Урындағы ауыл советы башлығы хәбәр итеүенсә, аҙашыусылар иҫән-һау табылған һәм тракторҙа имен-аман йорттарына ҡайтарылған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: