Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар 2023, 13:15

Һигеҙ кешене ҡотҡарғандар

Кисә төнгө ун ике тирәһендә Өфөнөң Интернационал урамында күп фатирлы йортта ут сыға. Янғын һүндереүселәр хәүефле зонанан һигеҙ кешене, шул иҫәптән ике баланы алып сыға, йорттан 25 кешене эвакуациялай. Алтынсы ҡаттың баҫҡысында иҫһеҙ ятҡан 1950 йылғы ирҙе медиктарға тапшыралар - "Тиҙ ярҙам" фельдшеры уның үлемен раҫлай...

Һигеҙ кешене ҡотҡарғандар
Һигеҙ кешене ҡотҡарғандар

Шулай уҡ дауаханаға 1982 йылғы ҡатын менән 1994 йылғы ир оҙатыла. Улар ҙа төтөнгә ағыуланған.

Янғындан икенсе ҡаттағы өс бүлмәле фатир, икенсе бер фатирҙың ағас ишеге зыян күргән.

Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

Фото: МЧС РБ.

Һигеҙ кешене ҡотҡарғандар
Һигеҙ кешене ҡотҡарғандар
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: