Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар , 21:00

ХАЛЫҠ УЛЫНА

Һеҙ бит халыҡ улы, ер балаһы, Ҡотобоҙ - Һеҙ, аҡыл, йөрәгебеҙ. Илебеҙҙең йөҙө, күҙе, теле, Арҡа һөйәгебеҙ - терәгебеҙ.   Ил ағаһы, ҡор башы ла ул Һеҙ, Күҙ төбәгән Һеҙгә нисә милләт?! Туғанлыҡ һәм дуҫлыҡ илсеһе Һеҙ, Шул дан йөрөй ҡитғаларҙы иңләп.   Күгәрепкәй ятҡан сал Уралдың Кәйелеп осҡан ҡыйғыр бөркөтө. Һеҙ иңләгән киңлек хатта ниндәй Әфәнделәрҙе лә өркөттө?!   Башҡортостаныбыҙ байлығына Ябырылыусы булды, буласаҡ. Беҙ беләбеҙ: халыҡ бары Һеҙҙәй Улы менән генә уңасаҡ!   Һеҙҙең аҡыл менән уңасаҡ, Һеҙҙең намыҫ менән уңасаҡ! Һеҙҙең сәйәсәттең һөҙөмтәһе - Яңы Мортазалар тыуасаҡ! Башҡортостан халҡы киләсәктә Һеҙҙҽң юлдан ғына барасаҡ!   Ғәлиә Кәлимуллина 7 февраль, 2004 й.    

ХАЛЫҠ УЛЫНА
ХАЛЫҠ УЛЫНА

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в