Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар 2023, 15:00

Генерал-лейтенант Рафаил Диваев: "Мортаза Рәхимов илебеҙ тарихына сағыу сәйәсмән булып мәңгелеккә инде".

 1996 йылдан 2008 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығын етәкләүсе Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе, оставкалағы  милиция генерал-лейтенанты Рафаил Диваев, республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимов сағыу сәйәсмән булып мәңгелеккә илебеҙ тарихына инәсәк, тип иҫәпләй.

Генерал-лейтенант Рафаил Диваев: "Мортаза Рәхимов илебеҙ тарихына сағыу сәйәсмән булып мәңгелеккә инде".
Генерал-лейтенант Рафаил Диваев: "Мортаза Рәхимов илебеҙ тарихына сағыу сәйәсмән булып мәңгелеккә инде".

 

 «Был Башҡортостан кешеләренең күбеһе өсөн ҡайғылы көндә Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты, һис шикһеҙ,  күп яҡлы шәхес, көслө етәксе, кешеләргә иғтибарлы шәхес булараҡ иҫкә алырҙар.  Уның етәкселеге аҫтында Рәсәйҙең көслө, терәк төбәгенең  барлыҡҡа килеүен күрҙек.  Ул илдең сәйәси һәм иҡтисади  өлкәһендә  күренекле кеше булды.  Һәм мин, хоҡуҡ һаҡлау органдарында 50 йылдан ашыу хеҙмәт иткән кеше булараҡ,   ул ғүмере буйы республика мәнфәғәте һағында торҙо, тип әйтә алам.  Был иҫ киткес  яуаплы һәм  бик ауыр хеҙмәт  уның  шәхесендә һәм характерын һыҙаттарында ла үҙ эҙен ҡалдырҙы.  Тәүәкәллек, оператив ҡарарҙар ҡабул итеү, һәр нәмәгә шул мәлдә үк иғтибар итеү менән бер рәттән, Мортаза Ғөбәйҙулла улына проблеманы уйлап хәл итеү, хәл-ваҡиғаны тәрән анализлау, алдағы перспективаларҙы һәм эҙемтәләрен киң баһалап эш итә белеү хас ине.

Эшкә кәрәкле ҡатылыҡ һәм талапсанлыҡ менән бер рәттән Мортаза Ғөбәйҙулла улы кешеләргә, ябай ауыл кешеһенән алып юғары рангтағы етәксегә тиклем, иҫ киткес һаҡсыл һәм иғтибарлы  мөнәсәбәте менән айырылып торҙо. Тап ошо сифаттар  берлеге уға көслө сәйәсмән булырға һәм  Башҡортостан  тарихында ғына түгел, тотош Рәсәй тарихында мәңгелеккә ҡалырға мөмкинлек бирҙе!  

  

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: