Уларҙың береһе бит тиреһен кибеүҙән һаҡлаһа, икенсеһе уны йәшәртеү көсөнә эйә. Е витамины матурлыҡ һәм йәшлек витамины һанала. Тап ошо витамин коллаген составына инә. Е витаминының етмәүе йөҙҙә сағылыш таба, бит тиреһе яманайып, кеше оло күренә.
Был осраҡта Е витамины менән глицериндан битлек ярҙам итә.
Уны әҙерләү өсөн Е витаминының 10 капсулаһын тишеп, глицерин шешәһенә (25 г) ҡушырға. Уларҙың икәүһе лә дарыуханала һатыла. Кискеһен битте таҙартҡандан һуң шуны һөртөргә . 40 – 60 минуттан салфетка менән һөртөп алырға, әммә йыуынырға ашыҡмағыҙ. Төндә йоҡлар алдынан ғына битегеҙҙе йыуығыҙ.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.