Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар 2023, 11:30

Беренсе, тип Һине атаным...

Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа - оло ихтирам менән.

Беренсе, тип Һине атаным...
Беренсе, тип Һине атаным...

Беренсегә
Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовҡа арнала
(2012 йыл)
Бындай мөһабәтлек Һиндә ҡайҙан? –
Тиеп һорар инем белмәһәм.
Тыуған төйәгеңдең урман-тауын,
Гүзәл тәбиғәтен күрмәһәм.

Сыбартауға нисә менеп төшөп,
Күнйәп һыуын нисә тәмләнең?
Йәнтөйәккә юлың төшмәй торһа,
Үҙ-үҙеңде нисә әрләнең?

Бындай мөһабәтлек Һиндә ҡайҙан? –
Тиеп һорамайым. Яуап бар.
Үҙ ереңдә тыуҙың, Һин – аҫаба,
Алынманы ерең яулап та.

Халҡым, тиеп таңдан эш башланың,
Илем, тиеп көндө оҙаттың.
Татыулыҡҡа мөкиббәндәр инең –
Ҡапҡа бикләнмәне йоҙаҡҡа.

Барыһына Һин ихлас та булдың,
Дуҫ түгелдәр тойҙо ныҡлығың.
…Дөрөҫ түгел һөйләү үткәндә тип,
Ә шулай ҙа Һинең юҡлығың…
(Сатлы-сатлы барған юлыбыҙҙың
Иң башында Һинең юҡлығың).

Бындай мөһабәтлек Һиндә ҡайҙан?
Ярылып ята көс тә, таһыл да.
Уйсан күҙҙәреңдә ил ғәме лә,
Шул ҡарашта хәстәр, аҡыл да.

Бер әйтһәң дә, берәгәйле әйттең,
(Күп һөйләмәҫ ысын ир заты).
Ил тарихы Һине күптән яҙҙы
Хәтеренә беҙҙең быуаттың.

* * * *

Башҡорт иле, ере, халҡы тиеп,
Күпме таңды уяу ҡаршыланың.
Иртәгәһе көнгә ышандырҙың,
Кәрәк саҡта “үргә” ҡаршы барҙың.

Йөҙөңдәге йыйырсыҡтар һаны
Арттылар бит юлдар үткәндә.
Ил башында тороу анһат түгел –
Ул ташҡында даръя кискәндәй.

Ерем минең ҡалъя күренәлер,
Ҡомһоҙ күҙҙәр күпме ялтырай.
Бер хәйләһе менән ҡулын бирһә,
Икенсеһе – төпкә батыра.

Заманалар булды. Ваҡыт елә,
Ниндәй генә көндө күрһәк тә.
Һинең осорҙа бит тел(е)беҙ үҫте,
Рух уянды бик күп йөрәктә.

Һәр милләттең уяныуы булды,
Рөхсәт бирҙең, йомарт – ҡуш ҡуллап.
Хатта “асыусы” тип көлөүселәр,
Әле белде – көлөү буш булған.

Башҡортостан йәшәй, йәшәр, һүҙ юҡ,
Боронғо бит беҙҙең илебеҙ.
Ике тиҫтә йылды бергә үтеп,
Исемеңде онотор кемебеҙ?

Хәрәкәттә ул бәрәкәт тиеп,
Ныҡлы баҫып һаман атлайһың.
Ихлас йөрәгемдән хөрмәт менән
БЕРЕНСЕ тип һине атайым.
(2013 йыл).

Фото: Юлай Кәримов.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: