Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар 2023, 21:18

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында етәксе алмашынды

Бөгөн БР Йәмәғәт палатаһы ултырышында Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһына Башҡортостандан вәкил һайлау мәсьәләһе ҡаралды. Шулай уҡ республиканың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Азамат Йәнбирҙиндың вәкәләттәрен туҡтатыу тураһында иғлан ителде.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында етәксе алмашынды
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында етәксе алмашынды

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бығаса РФ Йәмәғәт палатаһында Башҡортостан вәкиле булып торған Ирина Абрамованың вәкәләтен ваҡытынан алда туҡтатыуы сәбәпле, уның урынына яңы ағза тәҡдим итергә кәрәк ине. Палата советы ике кандидатура ҡуйҙы - Рәмил Рәхимов менән Булат Сафинды. Йәшерен һайлау һөҙөмтәһендә Рәмил Рәхимов һайланды. 

Ултырышта тағы бер мөһим мәсьәлә ҡаралды: Азамат Йәнбирҙин, күсеп китеү сәбәпле, рәйеслектән һәм Йәмәғәт палатаһы ағзалығынан сығыуын белдерҙе. Палата ағзалары күпселек тауыш менән рәйес вазифаһын башҡарыусы итеп Рәмил Рәхимовты һайланы. Рәмил Насибулла улы - республикала билдәле кеше, ғалим, тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең төбәк ойошмаһы етәксеһе, Хәрби фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Тарих һәм дәүләт идараһы институтында Рәсәй тарихы, тарихты һәм сығанаҡтарҙы өйрәнеү кафедраһы мөдире.

Әйткәндәй, БР Йәмәғәт палатаһының алтынсы саҡырылышы мөҙҙәте 2023 йылдың декабрендә тамамлана.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: