Аҡса киптереү комплексын һатып алыуға йүнәлтелгән. Яңы ҡорамал етештереү күләмен 30 процентҡа арттырырға мөмкинлек бирәсәк, тип билдәләйҙәр компанияла. Лизинг ярҙамы "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Лизинг - аҡса етмәгәндә ҡорамалдарҙы яңыртырға, шул рәүешле етештереү үҫешен тәьмин итергә, яңы һатыу баҙарҙарына сығырға мөмкинлек биргән һөҙөмтәле инструмент, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Лизинг килешеүе йылына 6% менән 84 айға төҙөлгән.
- "Башҡортостан Республикаһының төбәк лизинг компанияһы" акционерҙар йәмғиәте биш йыл эсендә 3,766 миллиард һумлыҡ льготалы лизинг ярҙамын күрһәтте, шуның 1,25 миллиард һумы республика буйынса. Дөйөм алғанда илдең 38 субъектынан 219 лизинг ғаризаһы ҡаралды. Ағымдағы йылда лизинг продукттарының линейкаһын киңәйтергә ниәтләйбеҙ, - тип хәбәр итте "Башҡортостан Республикаһының төбәк лизинг компанияһы" акционерҙар йәмғиәте директоры Азат Хәйруллин.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.