Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар , 09:30

Башҡортостанда үлем күрһәткесе билдәле булды

Рәсәй мәғлүмәт-аналитика системаһының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылдың 11 айында үлем күрһәткесе 1000 кешегә 11,9 тәшкил иткән.

Башҡортостанда үлем күрһәткесе билдәле булды
Башҡортостанда үлем күрһәткесе билдәле булды

Был 2021 йылдың ошо уҡ осоронан 28,3 процентҡа кәмерәк. Был хаҡта республика хөкүмәте ултырышында төбәк Премьер-министры урынбаҫары - финанс министры Лира Иғтисамова һөйләне, тип хәбәр итте Министрҙар Кабинетының матбуғат хеҙмәте.

 

Уҙған йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында сабыйҙар үлеме күрһәткесе былтырғы ошо уҡ осорға ҡарата 27,3 процентҡа кәмегән.

 

Үҙ сиратында, Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров яңы йыл аҙағына республикала уртаса ғүмер оҙонлоғо күрһәткесен 72,06 йәшкә еткереү бурысын ҡуйҙы.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в