Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар 2023, 10:05

Автомобиль менән иҫерек көйө идара иткән

Дыуан районында йәшәгән 31 йәшлек ир күп тапҡыр иҫерек көйө автомобиль менән  идара итеп тотолғаны өсөн хөкөм ителде, тип хәбәр итә Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автомобиль менән иҫерек көйө идара иткән
Автомобиль менән иҫерек көйө идара иткән

Уҙған йылдың октябрендә Мәсәғүт ауылында эскән килеш машина йөрөткән өсөн дүрт тапҡыр хөкөм ителгән ир спиртлы эсемлек эскәндән һуң йәнә рулгә ултырған. Уны Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юлда ҡулға алған. Водитель медицина тикшереүенән баш тартҡан.

Иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, Салауат район-ара суды уны 10 айға дөйөм режимлы колонияға оҙатҡан, 6 йылға водитель таныҡлығынан мәхрүм иткән, шулай уҡ автомобилен тартып алған.

 

Фото: Т. Аманов

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: